Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Июль 2021, 18:33

Мауығыуҙы – бизнесҡа

Өфө ҡыҙы Юлиә Вәлиуллина мауығыуын бизнесҡа әүерелдерә. Икенсе сабыйы менән өйҙә ултырғандан һуң йәш әсәнең эшкә сығырға күңеле тартмай. Төрлөсә аҡса эшләп ҡарай, шунан мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тора. Тиҙҙән тормошо тулыһынса икенсе юлдан китә... Үҙ эшеңде асыу өсөн дәүләттән ярҙамды нисек алырға һуң?

Мауығыуҙы – бизнесҡа
Мауығыуҙы – бизнесҡа

Өфө ҡыҙы Юлиә Вәлиуллина мауығыуын бизнесҡа әүерелдерә.

Икенсе сабыйы менән өйҙә ултырғандан һуң йәш әсәнең эшкә сығырға күңеле тартмай. Төрлөсә аҡса эшләп ҡарай, шунан мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тора. Тиҙҙән тормошо тулыһынса икенсе юлдан китә...

Үҙ эшеңде асыу өсөн дәүләттән ярҙамды нисек алырға һуң?

 

Йыл ярым элек Юлиә оло ҡыҙы менән оҫталыҡ дәресенә килә. Балсыҡтан һауыт-һаба эшләү шул тиклем ҡыҙыҡтыра уны. Көршәк яһау оҫтаханаһында уҡып, тап ошо һөнәр менән шөғөлләнергә теләүен аңлай.

2020 йылдың сентябрендә хеҙмәттәше менән ҙур булмаған бинаны ҡуртымға ала. Бер нисә өҫтәл менән көршәксе әйләнмәһе ижад һәм илһам тулы яңы тормошҡа юл аса. Оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, һауыт-һаба, биҙәү әйберҙәре әүәләнә.

Мәшғүллек үҙәгендә социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу мөмкинлеге хаҡында белеп ҡала. Бизнес-план төҙөй, проектын яҡлай. Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге май айында 250 мең һум күләмендә кире ҡайтарылмай торған дәүләт субсидияһы бүлә. Был – үҙ эшен үҫтереү өсөн ҙур ярҙам.

13 июлдә генә Юлиә күптән көткән заказын ҡулына ала. Субсидия аҡсаһын кәрәкле ҡоролмалар – балсыҡты яндырыу өсөн мейес менән көршәксе әйләнмәһе алыуға йүнәлтә ул.

“Оҫтаханаға ҡыуанып киләм. Күңелем тыныс, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Ике ҡыҙым да минең янда урала. Әсәй өсөн шунан да ҙур шатлыҡ бармы?” – ти Юлиә.

“Мөғжизәле балсыҡ” (“Чудо-глина”) оҫтаханаһы хужабикәһе балалар һәм ололар өсөн түләүһеҙ дәрестәр үткәреү өсөн грант ярҙамы алырға ниәт ҡора.

Тормошоңа ыңғай  үҙгәрештәр индереү өсөн бер ҡасан да һуң түгел. Үҙеңә ышаныу һәм мөмкинлектәрҙе файҙалана белеү генә кәрәк.

 

Дәүләттән ярҙамды нисек алырға һуң?

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам килеме йәшәү минимумынан артмаған граждандар һәм ғаиләләргә бирелә.

2021 йылда адреслы ярҙам:

  • уҡыуға бәйле эш эҙләүгә (5320 һумдан алып 30 мең һумға тиклем);
  • эшҡыуарлыҡ алып барыуға (бер тапҡыр 250 мең һумға тиклем һәм уҡыу өсөн 30 мең һумға тиклем);
  • шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға (бер тапҡыр сығым күләмендә, тик 50 меңдән артыҡ түгел һәм уҡыу өсөн 30 мең һумға тиклем);
  • ауыр тормош хәлен еңеүгә бәйле башҡа маҡсатҡа (айына 10641 һум, иң кәрәкле тауарҙар, кейем, аяҡ кейеме, табип рецебы буйынса дарыуҙар һ.б. алыу өсөн, 6 айҙан артыҡ түгел)

бирелә.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды алыу өсөн теркәү буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шарттары хаҡында тулыраҡ ошо һылтанма буйынса белергә мөмкин: https://rcspn.mintrudrb.ru/posts/20343.

Розалия Епейкина фотоһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: