2021 йылда Баймаҡ ҡалаһында, Мәсәғүт ауылында – балалар поликлиникалары, республика буйынса һигеҙ капиталь фельдшер-акушер пункты, ике ауыл табип амбулаторияһы төҙөлә башлай.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Республикала һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөү буйынса системалы эштәр алып барыла. Эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк проекттары сиктәрендә лә, Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә лә башҡарыла, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт Президиумы ултырышында.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн тармаҡта 140 дәүләт учреждениеһы бар. 2020 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 23 объект эксплуатацияға индерелгән. Шулай уҡ тиҙ арала ике клиник-диагностика инфекция үҙәге төҙөлгән.
2021 йылда кардиология үҙәген реконструкциялау, 9-сы Өфө ҡала дауаханаһы поликлиникаһын, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлиникаһын, Учалы ҡалаһы дауаханаһының хирургия корпусын, Бөрө ҡалаһында балалар һәм ололар өсөн поликлиникалар, Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөү буйынса эштәр дауам итә.
2020 йылда 97 модулле ФАП һәм табип амбулаторияһы алынған.