+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Июль 2021, 15:01

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

10 – 15 июлдә Краснодар ҡалаһында уҡ атыу буйынса V Рәсәй йәштәр спартакиадаһының финалы үтә. Ярышта илдең 33 төбәгенән 155 спортсы ҡатнаша. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә
Башҡортостан уҡсылары – иң яҡшылар иҫәбендә

10 – 15 июлдә Краснодар ҡалаһында уҡ атыу буйынса V Рәсәй йәштәр спартакиадаһының финалы үтә. Ярышта илдең 33 төбәгенән 155 спортсы ҡатнаша.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Финал ярыштарында Өфөнән, Салауаттан, Мәләүездән һигеҙ спортсы ҡатнашты.

Классик уҡ атыуҙа Өфөнән Станислав Черемискин, үҙен ҡатнашыусылар араһында иң мәргән уҡсы итеп күрһәтеп, алтын миҙал яуланы. Уның тренеры – Валентин Кошарин.

Станислав Черемискин, Марат Хәмиҙуллин, Ярослав Кальяновтан торған Башҡортостан йәштәр командаһы классик уҡ атыуҙа икенсе урын яуланы, тип хәбәр итә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

V Рәсәй йәштәр спартакиадаһы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: