+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Июль 2021, 10:49

Бәлә- ҡазалар урап үтһен

 Ишембай районындағы биш йәшлек баланың үлеме буйынса тикшереү башланған. Уйын ваҡытында малайҙы бүрәнә баҫҡан. Йәрәхәттәрҙән бала  урында уҡ йән биргән.

Бәлә- ҡазалар урап үтһен
Бәлә- ҡазалар урап үтһен

 Ишембай районындағы биш йәшлек баланың үлеме буйынса тикшереү башланған. Уйын ваҡытында малайҙы бүрәнә баҫҡан. Йәрәхәттәрҙән бала  урында уҡ йән биргән.

Был аяныслы хәл Ишембай районы Иҫкесәк ауылында теркәлгән. Киске сәғәт етеләр тирәһендә балалар төҙөлөп бөтмәгән бүрәнәле йорт биләмәләрендә  уйнап йөрөгән.  Күрәһең улар төҙөлөштең өҫтөнә менгән. Бүрәнәнең үрҙәгеһе  аҫта торған биш йәшлек баланың өҫтөнә ауған. Быны күргән иптәштәре ярҙам һорап өлкәндәргә йүгергән, әммә һуң булған. Сабый ваҡиға урынында уҡ йән биргән.

Әле тәфтиш- тикшереү комитеты урында эш алып бара. Ғаиләнең йәшәү көнкүреш хәле, фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: