+2 °С
Ҡар
Юл һыҙаты ағастары ышығында тиҫтәләгән үле һарыҡ табылған. Биркалары булмау сәбәпле, уларҙың хужаһын билдәләп булмаған.
Россельхознадзор инспекторҙары үләкһәләрҙән себер түләмәһенә анализ алған. Лаборатор тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, йоғошло ауырыуҙар таралыу йәһәтенән хәүефтең булмауы асыҡланған. Үләкһәләр махсус урында үртәлгән.
Өфө районы Таптыҡ ауылы биләмәһендә табылған һарыҡтар ябыҡ машинала алып китеп барғанда эҫенән үлгән, тип фаразлай белгестәр. Был малдың Ҡорбан байрамы алдынан һатыу өсөн тәғәйен булыуы ла ихтимал.