+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Июля 2021, 03:15

11 ғүмер өсөн – 3 йыл хөкөм

2020 йылдың декабрендә Әбйәлил районы Ишбулды ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда янғын сығып, 11 кешенең ғүмере ҡыйылғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
11 ғүмер өсөн – 3 йыл хөкөм11 ғүмер өсөн – 3 йыл хөкөм
11 ғүмер өсөн – 3 йыл хөкөм

2020 йылдың декабрендә Әбйәлил районы Ишбулды ауылында урынлашҡан ҡарттар йортонда янғын сығып, 11 кешенең ғүмере ҡыйылғайны.

Ололар һәм инвалидтар өсөн тәғәйен социаль пансионатты шәхси эшҡыуар асҡан була. Суд ҡарарынан билдәле булыуынса, фажиғә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәү сәбәпле сыға. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге “Ололар йорто” коммерция булмаған автономиялы ойошманың 44 йәшлек директоры Рәсимә Мәхийәнова ғәйепле тип табылған. Уға ҡарата өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылған. Хөкөм әле үҙ көсөнә инмәгән.

Автор:
Читайте нас