+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июль 2021, 18:20

Вакцинациянан башҡа пандемияны еңеү юлы юҡ

Билдәле табип-терапевт, һаулыҡ хаҡындағы тапшырыуҙар алып барыусы Елена Малышева РБК Өфө телеканалының “Дело” тапшырыуында шулай тип белдерҙе.

Вакцинациянан башҡа пандемияны еңеү юлы юҡ
Вакцинациянан башҡа пандемияны еңеү юлы юҡ

Билдәле табип-терапевт, һаулыҡ хаҡындағы тапшырыуҙар алып барыусы Елена Малышева РБК Өфө телеканалының “Дело” тапшырыуында шулай тип белдерҙе.

“Вакцинация партияға ла, хөкүмәткә лә, президентҡа ла, премьер-министрға ла кәрәкмәй, ә иҫән ҡалыр өсөн һәр кешегә кәрәк. Прививка беренсе сиратта хәүеф төркөмөндәгеләргә кәрәк”, – тине Елена Малышева

Уның әйтеүенсә, күмәк вакцинация ике айҙан – көҙ етеүгә һөҙөмтә бирәсәк. “Иллюзияларға ышанырға түгел, бер ниндәй локдаундар ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, битлектәр кеүек үк, коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатмай. Был элек тә раҫланғайны, хәҙерге пандемия шарттарында ла иҫбатланды. Локдаундарға килгәндә, ул ун ил тикшереүҙәрендә раҫланған, шуларҙың икәүһе – Швеция һәм Көньяҡ Корея уны иғлан итмәне, ә һигеҙ ил – улар араһында Фрация, Германия, Италия – бик ауыр локдаундар иғлан итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был саралар инфекция таралыуын туҡтатмай, вирус башҡа закондар буйынса йәшәй һәм тарала”, – тип билдәләне табип. Ул Рәсәй кешеләрен, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, вакцина яһатырға саҡырҙы.

Шулай уҡ Елена Малышева 2020 йылда пандемия осоронда Башҡортостанда тиҙ төҙөлгән ике ковид-госпиталь – Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар үҙәктәренең һөҙөмтәле эшен билдәләне.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: