+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июль 2021, 13:50

Ниндәй һөнәр – иң кәрәклеһе?

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын хеҙмәт баҙары ихтыяжына күҙаллауҙар яһай. Был прогноз буйынса, 2021 – 2023 йылдарҙа республикабыҙҙа иң кәрәкле белгестәр –  ауыл, урман хужалығы һәм балыҡсылыҡ өлкәһендә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ниндәй һөнәр – иң кәрәклеһе?
Ниндәй һөнәр – иң кәрәклеһе?

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын хеҙмәт баҙары ихтыяжына күҙаллауҙар яһай. Был прогноз буйынса, 2021 – 2023 йылдарҙа республикабыҙҙа иң кәрәкле белгестәр –  ауыл, урман хужалығы һәм балыҡсылыҡ өлкәһендә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был прогноз буйынса, 2021 йылда – 92,3 мең, 2022 йылда – 95 мең, 2023 йылда 95,8 мең квалификациялы белгес кәрәк буласаҡ.

Тракторсы, комбайнсы, ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеүсе һөнәрҙәренең кәрәклеге 2021 – 2023 йылдарҙа 31 процент тәшкил итәсәк. Автомеханик, тимер юлы-төҙөлөш машиналары машинисы, юл-төҙөлөш машиналары һәм тракторҙарын йүнәтеү буйынса слесарь, техник-электромеханик, ҡала электр транспорты водителе һөнәрҙәрендә ихтыяж 15,5 процент буласаҡ. Иретеп йәбештереүселәргә, металл эшкәртеү станогында эшләүселәргә, төҙөлөш өлкәһендә мастерҙарға ла һорау көтөлә.

Прогноз http://personnel.bashkortostan.ru порталын ҡулланып, автоматлаштырылған система ярҙамында әҙерләнелә.  Порталда электрон анкетаны һәр эш биреүсе тултыра ала.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: