Быйыл мәктәпте тамамлағандар өсөн әле үтә лә яуаплы мәл – улар ниндәй һөнәр һайларға, ҡайҙа уҡырға барырға, тип баш вата.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы күҙаллауынса, 2021 - 2023 йылдарҙа ауыл хужалығына, урман һәм балыҡсылыҡ тармаҡтарына белгестәр күберәк кәрәк буласаҡ икән. Ведомство аналитиктары йыл һайын хеҙмәт баҙарын өйрәнә һәм һөнәр һайлаған йәштәргә шулай йүнәлеш бирә.
Киләһе өс йылда квалификациялы белгестәргә һәм эшсе кадрҙарына дөйөм ихтыяж артасаҡ. 2021 йылда - 92,3 мең, 2022 йылда – 95 мең, 2023 йылда 95,8 мең кеше талап ителәсәк тип күҙаллана. Белем кимәле йәһәтенән дә кадрҙарға ҡараш төрлөсә. Квалификациялы кадрҙарға, хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж – 12,9 мең, урта звено кадрҙарына - 14,7 мең, юғары белемле белгестәргә 66,7 мең кеше буласаҡ, тип фаразлана.