+25 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
14 Июля 2021, 03:00

Июлдең 12 көнөндә ун бер бала һәләк булған

Башҡортостанда йыл башынан тышҡы сәбәптәрҙән (йәрәхәттәр, һыуға батыу, механик асфикция) бер айҙан 18 йәшкә тиклемге 19 баланың ғүмере өҙөлгән.

Июлдең 12 көнөндә ун бер бала һәләк булғанИюлдең 12 көнөндә ун бер бала һәләк булған
Июлдең 12 көнөндә ун бер бала һәләк булған

Башҡортостанда йыл башынан тышҡы сәбәптәрҙән (йәрәхәттәр, һыуға батыу, механик асфикция) бер айҙан 18 йәшкә тиклемге 19 баланың ғүмере өҙөлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, июлдең 12 көнөндә ун бер бала вафат булған. Уларҙың үлем сәбәбе – һыуға батыу, бейеклектән ҡолап төшөү һәм юл-транспорт ваҡиғалары.

«Хөрмәтле ата-әсәләр! Уяу булығыҙ, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Эскән килеш рулгә ултырғанда үҙегеҙҙе генә түгел, тәү сиратта баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ! Балаларығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ», — тип белдерҙеләр ведомствола. 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.  

Автор:
Читайте нас