-1 °С
Болотло
Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Toyota Land Cruiser рулендәге 44 йәшлек ир тыйылған урында юлға килеп сыҡҡан 6 йәшлек малайҙы бәрҙергән.
Был хәл кисә кис Белорет ҡалаһының Очаренко урамында була. Бала төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Водитель әйтеүенсә, малай парковкаланған машина артынан ҡапыл килеп сыҡҡан.