Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 08:30

Урын 2 408-гә күберәк

Юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә башланы.

Урын 2 408-гә күберәк
Урын 2 408-гә күберәк

Юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә башланы.

Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов белдереүенсә, быйыл республика вуздары бюджет урындарына 13 785 студент ҡабул итә. Был былтырғыға ҡарағанда 2 408 урынға күберәк.

Документтарҙы бер юлы ун йүнәлеш буйынса тапшырырға мөмкин. Быға тиклем өс урынға ғына бирергә рөхсәт ителә ине. Элекке кеүек, биш вузды һайлап була.

Шулай итеп, документтарҙы тапшырыуҙың һуңғы көнө – 29 июль, ҡабул ителгән студенттар исемлеге иһә 17 августа иғлан ителә.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: