+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 11:39

"Спутник V" вакцинаһына ышаныс артҡандан-арта

 “Спутник V” – Башҡортостанда прививка яһатыусылар араһында иң популяр вакцина, тип белдерҙе СПИД-ҡа һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Рафаэль Яппаров.

"Спутник V" вакцинаһына ышаныс артҡандан-арта
"Спутник V" вакцинаһына ышаныс артҡандан-арта

 “Спутник V” – Башҡортостанда прививка яһатыусылар араһында иң популяр вакцина, тип белдерҙе СПИД-ҡа һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Рафаэль Яппаров.

“Башҡортостанға башлыса “Спутник V” вакцинаһы килә, был препарат үҙенең һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ икәнен раҫланы ла инде”, – тине ул.

“Беҙ республикала йәшәүселәрҙең үҙебеҙҙең илдә етештерелгән вакцинаға ышанысы көндән-көн артыуын күрәбеҙ. Мин үҙем дә “Спутник”ты яһаттым, ревакцинация эшләргә йыйынам”, – тип билдәләне Үҙәктең баш табибы.

Рәсәй вакцинаһына Британияның  “Nature” ғилми журналы ла юғары баһа бирә. Абруйлы баҫма билдәләүенсә, сит илдәрҙәге AstraZeneca и Johnson&Johnson вакциналарынан айырмалы рәүештә, “Спутник V” ҙур һөҙөмтәлелек һәм хәүефһеҙлек күрһәтә.

– “Спутник”ты, “Nature” фәнни-популяр журналынан тыш, абруйлы медицина журналдарының береһе булған "The Lancet" та юғары баһалай. Ул, ҡәтғи фәнни-тикшеренеүҙәргә таянып, Рәсәй вакцинаһын хуплауы хаҡында белдерә, – ти Рафаэль Яппаров.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда “Спутник” вакцинаһынан ауыр эҙемтәләр булыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау органдарынан хәбәрҙәр килмәгән. Шул уҡ ваҡытта республиканың ковид-госпиталдәрендә ауыр хәлдәге пациенттар араһында COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үткән бер кеше лә асыҡланмаған.

“100 процент ыщаныс менән әйтә алабыҙ: вакцинация, хатта вирус йоҡҡан осраҡта ла, сирҙең ауыр үтеүенән һәм үлемдән һаҡлаясаҡ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – коллектив иммунитет булдырыу”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала баш табип.

Белгестәр әйтеүенсә, антиесемдәр булыу-булмауын белеү мөһим түгел. Сирҙе үткәргәндәрҙә улар конкрет бер штамға ҡарата барлыҡҡа килә һәм вирустың яңы төрҙәренән һаҡламай.

Әлеге мәлдә илдә эпидемиологик хәл бик етди, шуға күрә ярты йылға кәмендә бер тапҡыр прививка яһатырға кәрәк.

Башҡортостанда әле 184 стационар һәм мобиль вакцинациялау пункты эшләй.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: