+4 °С
Болотло
Үткән ялда юл аварияһында ике айлыҡ баланың ғүмере ҡыйылды. Был турала ЮХХДИ хеҙмәте хәбәр итә.
Үрге Ҡыйғы – Ибрай юлында «Мицубиси Лансер» автомобиле юлдан ситкә сығып китә һәм ауа. Машинала биш пассажир, шул иҫәптән ике һәм ете айлыҡ сабый була. Ике бала ла тән йәрәхәтәре ала, кесеһе дауаханала мәрхүм була.
Фажиғәнең сәбәпсеһе булған 33 йәшлек водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Хәҙер тәфтиш органдары юл аварияһы ваҡиғаһын тикшерә, ғәйеплегә ҡарата сикләүҙәр тураһында ҡарар әҙерләй.