+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 13:37

Грантҡа 100 миллион һум бүленә

Кисә БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар йыйыу башланды. Быйыл был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Грантҡа 100 миллион һум бүленә
Грантҡа 100 миллион һум бүленә

Кисә БР Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереүгә гранттар биреү буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар йыйыу башланды.

Быйыл был маҡсатҡа 100 миллион һум аҡса бүленә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бөгөн республикала 350-нән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә. Күптәрҙең эше яйға һалынған, артабан грант ярҙамында үҫешеүгә ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә  БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Конкурсҡа ғаризалар 12 – 25 июлдә эш көндәрендә  450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы,  106 адресы буйынса ҡабул ителә. Телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Грант алыу хаҡында мәғлүмәттәрҙе ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин:  https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/357779/.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: