Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 16:01

Өфөлә ҙур вакцинация үҙәге асыла

Иртәгә Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Рәсәйҙәге иң ҙур мобиль вакцинация үҙәктәренең береһе эшләй башлаясаҡ.

Өфөлә ҙур вакцинация үҙәге асыла
Өфөлә ҙур вакцинация үҙәге асыла

Иртәгә  Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Рәсәйҙәге иң ҙур мобиль вакцинация үҙәктәренең береһе асыласаҡ. Унда иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем бер үк ваҡытта медиктарҙың ун бригадаһы эшләйәсәк. Ике сменала улар 1 400-1 450 кешене ҡабул итә ала. Кәрәк икән, бригадалар һаны арттырыласаҡ.

Шулай уҡ 14 июлдән 28 авгусҡа тиклем үҙәк майҙанында Башҡортостан шифаханаларына ике аҙналыҡ 86 путевка уйнатыу ойошторола. Отошта ҡатнашыу өсөн яңы вакцинация үҙәгендә, Конгресс-холл бинаһында (Зәки Вәлиди урамы, 2), прививка яһатырға кәрәк. Ҡатнашыусыларға уникаль кодлы флаер биреләсәк. Уны “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәргә кәрәк.

Отош “Бөтә Өфө” телеканалының тура эфирында өс этапта үткәрелә: беренсе этап - 31 июлдә, икенсеһе – 14 августа һәм өсөнсөһө 28 августа уҙасаҡ.

Акцияны ойоштороусы – Өфө ҡалаһын үҫтереүҙең йәмәғәт фонды.

Бөтә һорауҙарҙы 8-800-550-02-40 ҡыҙыу линияһы буйынса һәм юғарыла күрһәтелгән рәсми сайтта асыҡларға мөмкин.

Вакцина эшләтеүселәр араһында бындай конкурс яңыраҡ ҡына үткәрелгәйне. Унда фатир, һуңғы моделдәге 10 смартфон, башҡа бүләктәр уйнатылды.

Отош “Бөтә Өфө” телеканалының күсмә студияһында туранан-тура вакцинациялау пункты майҙансығында уҙғарыласаҡ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: