+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 11:02

Башҡортостандың киләсәге улар ҡулында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырған сығарылыш уҡыусылары менән осрашты. Республикала барлығы 104 бала   юғары ҡаҙаныштарға ирешкән. Имтихандарҙа 100 балл алыусылар араһында физика фәнен яҡшы белгәндәр өҫтөнлөк итә, унан һуң рус теле, информатика һәм химия фәндәре килә.

Башҡортостандың киләсәге улар ҡулында
Башҡортостандың киләсәге улар ҡулында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырған сығарылыш уҡыусылары менән осрашты. Республикала барлығы 104 бала  юғары ҡаҙаныштарға ирешкән. Имтихандарҙа 100 бал алыусылар араһында физика фәнен яҡшы белгәндәр өҫтөнлөк итә, унан һуң рус теле, информатика һәм химия фәндәре килә.

Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙған уҡыусылар иҫәбендә был күрһәткесте икеләтә үтәгәндәр ҙә бар. Йәғни биш уҡыусы ике фән буйынса юғары баһа алған. Улар илдең үҙҙәре теләгән  вузына дәғүә итә ала.

- Сығарылыш класы уҡыусылары менән етди һөйләшеү булды. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары, республиканың үҫеше, балаларҙың теләге, ынтылышы хаҡында фекер алыштыҡ.Ҡайҙа уҡырға барыуҙы улар үҙҙәре һайлай, ләкин  республика вуздарын һайлаһалар яҡшы булыр ине. Башҡортостанда традицион уҡыу йорттары -  нефть- техник, медицина,  авиация, аграр университеттар электән көслө һанала. Республика ижади йүнәлештәге белгестәр ҙә әҙерләп сығара.

Быйыл республикала бюджет урындары  ике меңгә күберәк буласаҡ ,- тигән Республика етәксеһе.

Билдәле булыуынса, берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып,  донъя кимәлендәге Евразия фәнни- мәғариф үҙәгенә ҡараған республика вуздарына уҡырға ингән студенттарға бер тапҡыр 150 мең һум күләмендә стипендия түләү ҡарар ителде.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: