Бахрейн короллегенең Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәд Абдулрахман Аль-Саати ике яҡ иҡтисади бәйләнеште нығытыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһында эш сәфәре менән булды, тип яҙалар Башҡортостан Хөкүмәте сайтында.
– Әлегә Башҡортостан Республикаһы менән Бахрейн Короллеге араһындағы тышҡы тауар әйләнеше күләме юғары күрһәткестәргә өлгәшмәгән. Сауҙа буйынса хеҙмәттәшлекте беҙ 2020 йылда мебель һатыуҙан башлағайныҡ. Экспортҡа өҫтәлдәр сығарҙыҡ. Сауҙаны үҫтереү өсөн, әлбиттә, потенциалдар бар. Әйтәйек, аҙыҡ-түлек һәм юғары технологиялы продукция йүнәлештәре, - тине республиканың тышҡы иҡтисади ведомствоһы рәйесе Маргарита Болычева тип әйтелә мәҡәләлә.
Илсенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән осрашыу барышында туризм үҫеше, шул иҫәптән Өфөнән Бахрейндың баш ҡалаһы Манамаға авиабәйләнеш ойоштороу мәсьәләләре, шулай уҡ ҡулай бизнес-миссиялар буйынса фекер алышыу булған. Һөйләшеүҙәрҙе быйыл 28–30 июлдә “Саммит – Ислам донъяһы: KazanSummit-2021” XII халыҡ-ара иҡтисади саммит сиктәрендә дауам итеү планлаштырыла.
Илсе газ сәнәғәте буйынса мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең үҫеше хаҡында ҡыҙыҡһыныу белдергән. Һөйләшеүҙәр уңышлы булды һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты менән бәйләнеш булдырыу юлдары аныҡланған.
Башҡортостанда хәҙер бал айырыу мәле. Илсе кәрәҙле бал тәмләп ҡараған һәм Бахрейнға яңы балдың тәүге партияһын ебәрергә, Башҡортостандан бал продукцияһын артабан ташыу буйынса берҙәм бал брендын эшләргә, тип ҡарар ителгән.
“Красноусол” шифаханаһына сәфәре һөҙөмтәһендә ҡунаҡ Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәтен, бальнеологик һәм республиканың курорт зоналарындағы СПА-мөмкинлектәрен юғары баһалаған. Илсене сәскә атып ултырған көнбағыш баҫыуҙары хайран иткән икән.
Бахрейн Короллеге Илсеһе Башҡортостандағы VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунағы ла булған. CIOFF президенты Филипп Боссан менән осрашыу барышында ул киләһе Фольклориаданы Бахрейнда ҡабул итеү теләге хаҡында белдергән.
Илсе шулай уҡ мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты етәксеһе Тәлғәт Таджеддин менән осрашыу үткәргән. Улар дин өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡан.