+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Июль 2021, 11:43

5 уҡыусы имтихандарҙы 200 балға тапшырған

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарына йомғаҡ яһалды. Быға Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта ла иғтибар бүленде. Сөнки имтихандар һәм уларҙың һөҙөмтәләре дөйөм белем биреү учреждениеларының кимәлен сағылдырған бер күрһәткес. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу, юғары уҡыу йортона ҡаршылыҡһыҙ инеү өсөн дә нигеҙ булып тора.

Хөкүмәттә үткән ултырышта премьер- министр урынбаҫары Азат Баҙранов сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, берҙәм дәүләт имтихандарына барлығы 19 мең 347 кеше теркәлгән. Шуларҙың иң ҙур өлөшө быйылғы сығарылыш класы уҡыусыларына тура килә, шулай уҡ былтырғы йылдарҙан ҡалыусылар, колледж студенттары һәм 10-сы класс уҡыусыларынан – 9 кеше.

Имтихандарҙа популяр фәндәр иҫәбендә - рус теле, тармаҡлы математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, информатика һәм ИКТ бар.

Юғары уҡыу йортона дәғүә итмәгән, әммә аттестат алырға теләгән уҡыусылар имтиханды ике фән – рус теле һәм математика буйынса тапшырған. Ундайҙар республикала 1302 кеше.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү өсөн 164 пункт ойошторолған. Унда санитар- гигиена талаптарына ярашлы, бөтә һаҡланыу һәм хәүефһеҙлек саралары күрелгән.

12 июлдә имтихандарҙың төп көндәре һәм 8 фән- рус теле, математика, география, химия, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, биология һәм информатика буйынса һөҙөмтәләр билдәле булған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда уртаса балдарҙың юғары булыуы асыҡланған.

104 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған, 5 кеше был күрһәткескә ике тапҡыр эйә булған. Йәғни улар ике фәндән дә йөҙәр балл алған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: