+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2021, 12:40

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеүҙәр башланды

Мәктәптәрҙә берҙәм дәүләт имтихандары тамамланыу менән республика юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү осоро башланды. Ошоға бәйле Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин һәм вуз етәкселәре ҡатнашлығында тура эфир уҙғарыла. Спикерҙар сығарылыш класы уҡыусылары һәм уларҙың ата- әсәләренең һорауҙарына яуап бирәсәк.

Әлеге ваҡытта балаһын уҡырға оҙатасаҡ ата- әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә күп төрлө проблемалар борсой. Мәҫәлән, улар араһында уҡырға инеү хаҡындағы приказды ҡайһы сайттан ҡарарға, ятаҡҡа урынлашыу мәсьәләһе, университетта прививка эшләтеү мөмкинлеге, дистанцион белем алыуға бәйле һорауҙар бар.

Тура эфир ваҡыты 12 июлдә,  18 сәғәттә 30 минутта башлана. Һорауҙарҙы әле үк      https://vk.com/wall-27097047_258801 һылтанмаһы буйынса ебәрергә        була.

Эфирҙы Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы һәм социаль селтәрҙәр аша ҡарарға мөмкин.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: