+25 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июля 2021, 16:31

Вирус йоҡтороусылар ҙа, ауыр хәлдәгеләр ҙә артҡан

Коронавирус яңы көс менән һөжүм итә. Аҙаҡҡы тәүлектә Башҡортостанда инфекция 215 ауырыуҙа асыҡланған (йома көн 195 ине).

Вирус йоҡтороусылар ҙа, ауыр хәлдәгеләр ҙә артҡанВирус йоҡтороусылар ҙа, ауыр хәлдәгеләр ҙә артҡан
Вирус йоҡтороусылар ҙа, ауыр хәлдәгеләр ҙә артҡан

Коронавирус яңы көс менән һөжүм итә. Аҙаҡҡы тәүлектә Башҡортостанда инфекция 215 ауырыуҙа асыҡланған (йома көн 195 ине). Пандемия башланғандан алып 12 июлгә тиклем республикала вирус йоҡтороуҙың 43 564 осрағы теркәлгән.

 Әле стационарҙарҙа ковид менән сирләүсе 500 яҡташыбыҙ ята. Шуларҙың 48-е ауыр хәлдә (йома 39 ине), туғыҙын табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 012.

Үткән тәүлектә 10 кеше, һауығып, дауахананан ҡайтҡан. Коронавирустан ҡотолоусыларҙың дөйөм һаны – 40 397.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын афәттән үлеүселәр хаҡында хәбәр килеп тора. Һуңғы тәүлектә зәһәр сирҙән тағы биш сырхау донъя ҡуйған. Республикала унан вафат булыусылар – 655.

Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар кисәле-бөгөнлө 134-кә артҡан, был ауырыуҙан һауығыусылар – 119.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас