+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2021, 10:00

Силәбе өлкәһендәге янғынға бәйле

Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер төбәктә ҡупҡан утлы ғәрәсәт айҡанлы Президент Владимир Путинға телефондан доклад бирҙе, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.

Хәбәр ителеүенсә, ял лагерҙарынан 100 бала хәүефһеҙ урынға сығарылған. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙең һәр береһенә 10 мең һум ярҙам күрһәтелә, мөлкәтен тулыһынса юғалтҡандарға – 100 мең, ә өлөшләтә ҡаза күреүселәргә – 50 мең һум матди ярҙам бирелә.

Ил етәксеһе Алексей Текслерға зыян күреүселәрҙең торлағын тергеҙеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушҡан.

Мәғлүм булыуынса, янғында бер кеше һәләк булған, 18 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.

Силәбе өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн биш пункт асылған.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: