Июлдә “Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ” блог-турҙары” проекты үтә. Унда илдең алты төбәге ингән: Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Псков, Киров һәм Тула өлкәләре, Хабаровск крайы.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Проект блогерҙар аша эске туризмды үҫтереүгә, Рәсәй төбәктәренең тәбиғи, тарихи һәм мәҙәни объекттарын, тарихи урындарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Йәш блогерҙар төрлө ҡалалар, мәҙәни һәм тарихи объекттар, бизнес, етештереү менән таныша, төбәк башлыҡтары менән осраша. Күптән түгел улар Белорет районында булды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә блог-турҙа ҡатнашыусылар төбәгебеҙҙең бәләкәй генә өлөшө менән танышты, артабан да осрашырға һөйләштек, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Андрей Гревцев.