Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2021, 11:32

Фольклориада байрамы ил һәм донъя мәғлүмәт сараларында

Башҡортостанда үткән фольклориаданы яҡтыртыуҙа республика киң мәғлүмәт саралары , блогерҙар, ирекмәндәр ҙур роль уйнаны. Байрам хаҡында төрлө сығанаҡтарҙа яҡынса 5 мең 500 материал донъя күргән. Шулай уҡ республикала барған фольклор байрамын Беренсе канал, ВГТРК, НТВ, МИР, РЕН- ТВ һәм башҡа Рәсәй  һәм 50 сит ил каналдары  күрһәткән. Был турала Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.  

 Фольклориада хаҡында иң ҡыҙыҡлы сюжеттар  Һиндостандың билдәле ZEE.TV каналында донъя күрә. Төркиә вәиклдәре килә алмаһа ла, төрөк телевидениеһында ла матур материалдар менән сығыш яһай. Башҡортостандағы фольклориада Вьетнам телевидениеһында, хатта Бөйөк Британияның ВВС каналында ла яҡтыртыла.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов яҙыуынса, материалдың аныҡ һандары хаҡында мәғлүмәт тә биреп булмай. Сөнки ул тел төрлөлөгенә лә бәйләнгән. Мәҫәлән, Бенин да ул илдең рәсми теле- французса, Албанияла- албанса яҡтыртылған.

- Яндекс системаһына күҙ һалһаҡ, фольклориада буйынса 10 миллион мәғлүмәти материал, ә ситтә 15 миллион материал инглиз телдәрендә яҙылған. Шуныһы мөһим, Башҡортостанда үткән  халыҡ- ара сара бөтә ер шарында   мәғлүмәти эҙ ҡалдырҙы. Был республика хәбәрселәренең дә, медиаштабта ярҙам итеүселәрҙең дә  профессиональ кимәле, - тип үҙ сәхифәһендә  фекерҙәре менән бүлешкән ул.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: