Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2021, 10:31

Башҡортоcтан рәхмәт!

Фольклориада ҡунаҡтары республиканан  башҡорт телендә“Беҙҙең ил” тигән йыр яҙҙырып ҡайтты. Был ҡунаҡсыл Башҡортостан һәм уның халҡына рәхмәт йөҙөнән башҡарылды. Кисә Өфө аэропортында ижади коллективтарҙы оҙаттылар. Сит ил ҡунаҡтары үҙҙәре менән бихисап йыр- бейеүҙәр, башҡорт ҡурайы, балы, сувенирҙар һәм йылы тәьҫораттар алып ҡайтты.

“Беҙҙең ил” тигән йыр күмәкләп башҡарылды. Уның башҡорт телендәге варианты  ҡунаҡтарға сит ил транскрипцияһы менән яҙып бирелде.  Шуға күрә йырҙы тиҙ арала отоп алыуы ауыр булманы. Башҡорт йырын ҡырғыҙҙар ҙа, шул иҫәптән һөйләш теле беҙгә бөтөнләй яҡын булмаған халыҡтар ҙа башҡарҙы. Был йырҙы улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырып рәхмәт белдерҙе.

- Ҡунаҡсыл Башҡортостан һәм уның халҡына ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала үткән Бөтә донъя фольклориада олимпиадаһы аҙағына яҡынлашты. Беҙ Башҡортостан хаҡында  иң йылы хәтирәләр  менән ҡайтабыҙ. Хәҙер беҙҙең өсөн донъя картаһында тағы бер урын барлыҡҡа килде. Башҡортостанға беҙ мотлаҡ кире килергә теләр инек. Ҡайтып китер алдынан  һеҙгә бүләк ҡалдырабыҙ. Ул да булһа “Беҙҙең ил” тигән башҡорт йыры.  Йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә иҫ киткес. Уны өйрәнеүе ауыр булһа ла, ихлас күңелдән башҡарҙыҡ. Сөнки уйыбыҙса, тап ошо йыр йомарт Башҡортостан иленең бөтә булмышын, халҡының йөрәген аса,- тиелә Республика етәксеһе исеменә ебәрелгән ҡотлау һүҙҙәрендә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: