+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Июль 2021, 10:56

Башҡорт ҡатын- ҡыҙының селтәре дуҫлыҡ символы

Башҡортостанда ҡатын- ҡыҙҙың үҙенсәләкле  һаҡалы эшләнде. Селтәргә фольклориада ла ҡатнашыусы 37 илдең тәңкәлдәре тегелде. Был ҡомартҡы фольклор байрамы хаҡында иҫтәлек булып республика милли музейында һаҡланасаҡ.

Халыҡ-ара тәңкәләрҙән торған һаҡал - халыҡтар дуҫлығын күрһәткән бер символ. Шулай уҡ ул мәҙәни мираҫ та. Уны эшләү идеяһы тап ошо талаптарҙан барлыҡҡа килгән.

- Башҡорттарҙа һаҡал быуындан- быуынға тапшырылған ҡомартҡы. Беҙ үҙебеҙҙең традицияларға тоғро ҡалабыҙ,- тигән республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Селтәргә иң һуңғы булып тәңкәне CIOFF-тың Рәсәй милли сецияһы президенты,  В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова тегеп ҡуйған. Хәҙер башҡорт ҡатын - ҡыҙының уникаль һаҡалын ҡыйбатлы таштар ғына түгел, ә 37илдең тәңкәләре лә биҙәй.

Селтәрҙе  республика халыҡ ижады йорто белгестәре Гөлгөнә Баймурзина һәм оҫтабикә Әлфиә Әхтәриева эшләгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: