Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июль 2021, 13:40

Указда тағы ла үҙгәрештәр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Указда тағы ла үҙгәрештәр бар
Указда тағы ла үҙгәрештәр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек хаҡындағы указға йәнә үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ресторандар йәки башҡа социаль-көнкүреш объекттарына ингәндә вакцинация үтеү (шул иҫәптән прививканың беренсе компонентын яһатыу), вакцинация ярамау йәки COVID-2019-ға ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә мотлаҡ булыуы хаҡында талап ҡуйыу 12 июлдән 26 июлгә күсерелә.

Һүҙ ябыҡ биналарҙа эшләүсе йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары (50 һәм унан күберәк урынлыҡ), матурлыҡ, массаж, косметология һәм СПА-салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент дөйөм ятаҡтары, шулай уҡ пассажирҙар ташыусы ҡала-ара автотранспорт һәм “Орлан” ҡала яны поезы тураһында бара.

Бынан тыш, Роспотребнадзор тәҡдиме буйынса, эш биреүселәргә 2021 йылдың 19 июлен хеҙмәт хаҡы һаҡланған ял көнө итергә тәҡдим ителә.

Башҡортостанға сит илдән килеүселәр, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килеүселәр ковидҡа ПЦР-тест һөҙөмтәләре әҙер булғансы үҙизоляция режимын күҙәтергә тейеш. Әгәр ҙә кеше һуңғы 12 айҙа вакцина яһатҡан, йә аҙаҡҡы алты айҙа ковид менән сирләгән булһа, ПЦР-тест үткәреү талап ителмәй.

200-ҙән артыҡ кеше ҡатнашлығындағы киң күләмле эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын республиканың оператив штабы ҡарары нигеҙендә генә уҙғарырға мөмкин.

Республикала йәшәүселәргә халыҡ күп урындарҙа йөрөүҙән тыйылып тороу мөһим.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: