Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июль 2021, 17:13

Үткән тәүлектә вирус ҡайҙа күберәк асыҡланған?

Аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың иң күп осрағы Өфөлә теркәлгән – баш ҡалабыҙҙа сир 44 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан.

Үткән тәүлектә вирус ҡайҙа күберәк асыҡланған?
Үткән тәүлектә вирус ҡайҙа күберәк асыҡланған?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың иң күп осрағы Өфөлә асыҡланған – баш ҡалабыҙҙа сир 44 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан. Стәрлетамаҡта ул – 35, Салауатта – 21, Сибайҙа 15 сырхауҙа табылған. Ейәнсурала инфекция – 13, Баймаҡ һәм Ғафури райондарында 11-әр кешелә раҫланған. Республикабыҙҙа һуңғы 24 сәғәттә вирус эләктереүселәр 195-кә артҡан.

Пандемия башланғандан алып 9 июлгә тиклем ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 42 936-ға еткән. Шуларҙың 40 190-ы һауыҡҡан, 183-ө уҙған тәүлектә дауахананан сыҡҡан.

Әлеге мәлдә зәһәр ауырыуҙан стационарҙа дауа алыусылар – 465. 39-ы ауыр хәлдә, алтауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Поликлиника табиптары күҙәтеүе аҫтында дауаланыусылар – 1 641.

Яуыз сирҙән вафат булыусылар тағы ла күбәйгән. Тәүлек эсендә биш яҡташыбыҙ донъя ҡуйған. Республикала коронавирус ҡорбандары хәҙер 640 иҫәпләнә.

Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония диагнозы 131 кешегә ҡуйылған, унан сәләмәтләнеүселәр – 115.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: