+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июль 2021, 17:05

Таксилар хәүефһеҙ булһын

ЮХХДИ хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан республикала таксилар ҡатнашлығында, атап әйткәндә, «Ларгус» еңел машиналары менән кеше ташыуға бәйле, ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа 6 кеше һәләк булған, 10 пассажир тән йәрәхәттәре алған. Үткән аҙнала Кушнарен районындағы аварияла бер юлы 6 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Кисә Премьер-министр урынбаҫары Рәиф Абдрахманов рәйеслегендә такси хеҙмәте тарафынан пассажирҙар ташыу өлкәһендә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы киҫәтеүгә арналған кәңәшмә үтте, тип хәбәр ителә Республика Хөкүмәте сайтында. Унда был өлкәгә ҡағылышлы хеҙмәттәр етәкселәре ҡатнашҡан.

Транспорт һәм юл хужалығы министры Рәфит Йәғәфәров билдәләүенсә, Башҡортостан буйынса еңел машинала пассажирҙар ташыуға 5021 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Шул иҫәптән “Ларгус” маркалы 511 автомобилгә лә. Был өлкәлә төп проблема булып күрһәтелгән хеҙмәт сифатының түбән булыуы һәм рөхсәтһеҙ кеше ташыу тора.  Хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү маҡсатында даими рейдтар үткәрелә. Улар һөҙөмтәһе буйынса былтыр 27 еңел машинаға арест һалынған.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов, пассажир ташыуҙа шәхси хеҙмәт күрһәтеүселәрҙе тикшереү яҡын арала көсәйтеләсәк, тип белдерә. Шулай уҡ пассажирҙар ташыусыларҙың эшмәкәрлеге ҡаты контролгә алына.  

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, такси хеҙмәтенең пассажирҙар ташыу эшмәкәрлеген көйләүсе даими ғәмәлдә булған эш төркөмө төҙөргә ҡарар сығарылды, тип әйтелә килтерелгән материалда.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: