-1 °С
Болотло
Киң мәғлүмәт агентлыҡтары Хәйбулла районындағы “Юбилей” руднигында 340 метр тәрәнлектә шахта емерелеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, төҙөлөп ятҡан шахтала авария-ҡотҡарыу эштәре тамамланған.
Бер кешенең ҡамалып ҡалыуы тураһында алдан хәбәр ителгәйне. Үкенескә ҡаршы, яҙмышы билдәле булмаған махсус шахта машинаһы машинисын ҡотҡара алмағандар. 53 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе тау техникаһы кабинаһында табылған.
Ҡотҡарыу эштәрендә дүрт махсус техника һәм 20 кеше ҡатнашҡан.