“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Республика кардиология үҙәгенә компьютер рентген томографы алынды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Томограф алыу өсөн федераль ҡаҙна иҫәбенән 55 миллион һум аҡса бүленгән. Ул махсус программа һәм йәрәк һәм баш мейеһен тикшереү өсөн ҡоролмалар менән тәьмин ителгән, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Ауыр ҡоролмалар менән тәьмин итеү буйынса беҙҙең медицина учреждениеһы ҙур федераль үҙәктәрҙән ҡалышмай, – ти Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.