+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Июль 2021, 10:01

15 йәшлек Данирҙың ҡаһарманлығы

Әбйәлил районы Рәүил ауылынан һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиев Республиканың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Награданы уға  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.

15 йәшлек Данирҙың ҡаһарманлығы
15 йәшлек Данирҙың ҡаһарманлығы

Әбйәлил районы Рәүил ауылынан һигеҙенсе синыф уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиев Республиканың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Награданы уға  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы.

Егет һыуҙа батҡан баланы иптәштәре менән ярға сығара һәм яһалма һулыш ярҙамында туҡтаған йөрәген яңынан эшләтеп ебәрергә өлгәшә.  

Ҡыҙрастан ҡартатаһына ҡунаҡҡа килгән малай Ҡыҙыл йылғаһына һыу инергә бара һәм көслө ағымда бата башлай. Данир иптәштәре менән батып барыусыны ҡотҡарырға ташлана. Ярға сығаралар һәм яһалма һулыш ярҙамында малайҙың йөрәген яңынан эшләтеп ебәрергә өлгәшәләр.

Данир күп балалы ғаиләл тәрбиәләнә. Әсәһе Әҡлимә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Данирҙың технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса уҡытыусыһы Азамат Аҫылғужинға ла, уға тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәткәне өсөн, рәхмәтен еткерҙе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: