+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 10:54

Төркиәгә тура рейстар асыла

Рәсәй менән Төркиә араһында авиабәйләнештәр яңынан 22 июндә тергеҙелгәйне.

Төркиәгә тура рейстар асыла
Төркиәгә тура рейстар асыла

Рәсәй менән Төркиә араһында авиабәйләнештәр яңынан 22 июндә тергеҙелгәйне.

21 июлдән “Өфө” халыҡ-ара аэропортына “Төрөк авиалиниялары” компанияһының самолеттары оса башлай. Был хаҡта авиакомпанияның рәсми сайтында хәбәр ителә. Унда бирелгән расписаниегә ярашлы, тура рейстар дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре ҡаралған. Осоу ваҡыты 4 сәғәт тә 25 минут тәшкил итәсәк. Эконом-класта билет хаҡы 23 мең һумдан башлана.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: