+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 14:40

Радий Хәбиров Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотланы һәм күп балалы ғаиләләргә Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт бүләктәрен тапшырҙы.

“Минең өсөн ғаиләләрҙе ҡотлау – бик ҡәҙерле, үҙенсәлекле тантана. Был көндә мин үҙ-ара аңлашып, бер-береһен хәстәрләп һәм хөрмәт итеп ғүмер итеүсе һоҡланғыс һәм ныҡлы ғаиләләргә тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдерергә теләйем. Һеҙҙе, яуаплы, аҡыллы һәм ҡайғыртыусан ата-әсәләрҙе, республикабыҙҙың алтын фонды тип атар инем", – тине Радий Хәбиров.

Ул Башҡортостанда күп балалылыҡ традициялары көслө булыуын билдәләне. Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаиләгә ҡарата бик ҡәҙерле ҡараш йәшәй. Әле Башҡортостанда бала үҫтереүсе ғаиләләр ярты миллиондан ашыу иҫәпләнә. Шуларҙың 50 меңгә яҡыны – күп балалы ғаиләләр.

“Балалы ғаиләләр иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын өсөн, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында беҙ уларға ярҙам итеүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Был бигерәк тә бөгөн, бөтә донъя коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкәндә, бик мөһим. Беҙ пандемиияны бары тик бергә, барлыҡ ғаиләләр табиптарҙың һәм ғалимдарҙың кәңәшенә яуаплы ҡарағанда ғына еңә алабыҙ", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

 “Әлбиттә, әле бөтә борсолоуҙарыбыҙ коронавирусҡа бәйле. Шуға күрә үҙегеҙҙе, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Беҙ тырышабыҙ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һынатмаясаҡ. Прививка  яһатып, үҙегеҙҙе ҡурсалағыҙ. Ғаиләләрегеҙгә именлек, тыныслыҡ теләйем”, – тине Радий Хәбиров тантана аҙағында.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: