-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 13:33

Фольклориада ҡунаҡтары төбәктәрҙә сығыш яһай

VI Бөтә донъя фольклориада байрамының ижади коллективтары республика райондарында ҡунаҡта. Сит ил ил вәкилдәрен һәр бер төбәк  үҙенсәлекле байрам саралары, аш-һыу һәм бүләктәр менән ҡаршы ала. Бөрйән районына барған делегациялар төбәктә Аҡбуҙаттың һәйкәлен асыу сараһында ла ҡатнашты. Бөрйәндең иҫтәлекле урынына әйләнәсәк композиция башҡорт эпосының төп персонажына арналған.

Октябрский ҡалаһына килгән делегация иҫтәлеккә Башҡортостан сувенирын алып ҡайтасаҡ. Уларға ҡала хакимиәте башлығы ҡаланың фарфор заводында сығарылған башҡорт һылыуҡайы статуэткаһын бүләк итте.

Ишембайҙар иһә Мексиканан килгән артистарға башҡорт телен өйрәтте.  Ә Испания коллективы “Мәскәү кистәре” тигән танылған йырҙы рус телендә башҡарҙы. Уның ҡарауы Венгриянан килгән коллектив башҡорт йырын отоп алғайны. Улар башҡарыуындағы “Ҡарабай” йыры барыһына ла хуш килде.

Сит илдең ижади коллективтары райондар ойоштороған байрамдарҙа, концерттарҙа ихлас күңелдән ҡатнаша, урындағы  кешеләрҙең тормошо менән таныша.

Автор: Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас