+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 15:35

Фольклориада майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары етди үтәлә

Өфөлә Бөтә донъя Фольклориада күргәҙмәләрендә һәм концерт майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары теүәл күҙәтелә, тип белдерә халыҡ-ара форумды ойоштороусылар.    

Фольклориада майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары етди үтәлә
Фольклориада майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары етди үтәлә

Өфөлә Бөтә донъя Фольклориада күргәҙмәләрендә һәм концерт майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек саралары теүәл күҙәтелә, тип белдерә халыҡ-ара форумды ойоштороусылар.  “Торатау” Конгресс-холы территорияһы ике майҙансыҡҡа бүленгән, улар эпидемиология талаптарын аныҡ күҙәтеп эшләй. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе иртәнге сәғәт 11-ҙә эшләй башлай, киске һигеҙҙә ябыла. Ошонда уҡ көндөҙгө сәғәт икенән Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың һәм Башҡортостандың ижади коллективтарының концерт программалары уҙа.

“Ватан” паркында урынлашҡан “Фольклориада йөрәге” майҙансығында саралар 17.45 сәғәттә башлана. Хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү өсөн тикшереү пункттары урынлашҡан. Унда тән температураһын үлсәйҙәр, бушлай битлектәр тәҡдим итәләр, ҡулдарҙы дезинфекциялау шыйыҡсалары менән эшкәртергә мөмкин. Бынан тыш, Конгресс-холл территорияһында “тиҙ медицина ярҙамы” бригадалары дежур тора.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: