+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 11:45

Бәләбәйҙә күләмле инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла

7 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй районында эш сәфәре менән булды. Ҡулай ҡала мөхите проекты сиктәрендә тергеҙелгән “Моңло шишмәләр паркы”н, яңыртылған күп ҡатлы йорттар биләмәләрен ҡараны, “Таврос” компаниялар төркөмөнә ҡараған Башҡортостан ит компанияһы райондың Дон ауылы Советы биләмәһендә төҙөгән сусҡа һимертеү майҙансығында булды.

Майҙансыҡ йыл әйләнәһенә 80 мең сусҡа үҫтереүгә һәм уларҙы 127 килограмға тиклем һимертеүгә иҫәпләнгән. Проектҡа 980 млн һум инвестициялар һалынған. Унда 45 кеше өсөн эш урындары булдырылған.

Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин белдереүенсә, был производство “Таврос” компаниялар төркөмө дөйөм инвестициялар күләме 9,4 млрд һум тәшкил иткән ҙур проекттың бер өлөшө генә. Тулы ҡеүәтенә ингән комбинат тәүлегенә 200 тонна һыуытылған ит һәм 100 тоннаға тиклем колбаса ризыҡтары сығарасаҡ, 1100 эш урыны булдырыла.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: