Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Июль 2021, 10:40

Ауыл хужалығында юғалтыуҙар бик ҙур

Май башынан ҡыҙҙырған ҡояш, яуым-төшөмдөң булмауы ауыл хужалығында ҙур юғалтыуҙарға килтерҙе.

Ауыл хужалығында юғалтыуҙар бик ҙур
Ауыл хужалығында юғалтыуҙар бик ҙур

Май башынан ҡыҙҙырған ҡояш, яуым-төшөмдөң булмауы ауыл хужалығында ҙур юғалтыуҙарға килтерҙе.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, агросәнәғәт тармағында ҡоролоҡҡа бәйле юғалтыуҙар 3,4 млрд һум күләмендә баһалана. 331 мең гектарҙа сәселгән баҫыуҙар 335 хужалыҡта зыян күргән. Шуларҙың 150 мең гектарында иген культуралары бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.

Йылдың ауыр килеүенә ҡарамай, республикала уңыш йыйыу кампанияһы башланып тора. Хужалыҡтар арыш һәм ужым бойҙайын сабыуға төшкән.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: