Билдәле “Арғымаҡ” башҡорт рок төркөмө беренсе каналда “Хәйерле иртә” тапшырыуында ҡатнашты. Программаның сюжеты Өфөлә барған халыҡ- ара фольклориада байрамына арналған ине.
Билдәле булыуынса, “Арғымаҡ” төркөмө республиканың башҡа артистары кеүек, VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән сараның гимнын башҡарҙы.
Беренсе канал эфирында арғымаҡтар йырҙар йырланы, Башҡортостанда барған халыҡ-ара сара хаҡында бәйән итте. Улар “Байыҡ”, “Арғымаҡ” йырҙарын башҡарҙы. Башҡорт төркөмөнөң сағыу сығышын “Хәйерле иртә” программаһын алып барыусылар Светлана Зейналова менән Роман Будников та баһаланы. Эфир сюжеты Мәскәүҙең Горький паркында төшөрөлгән.