

Бөрйән районында башҡорт халыҡ эпосы һәм легендалары персонажы Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм CIOFF президенты Филипп Боссан ҡатнашты. Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төбәктә фольклоридала ҡатнашыусы ижади коллективтар ҙа сығыш яһай.
Монументаль һәйкәл уның авторы Өлфәт Ҡобағошовтың үҙенсәлекле эше. Ижадсы билдәләүенсә, ошондай һәйкәл тыуҙырыу хаҡында ул студент йылдарынан уҡ хыяллана. Аҡбуҙатҡа юл бик оҙаҡ йылдар һалына. Наһайәт, скульпторҙың хыялы тормошҡа аша.
- Сәсәндәр эпоста был образды бик матур итеп тасуирлап бирә. Уны белмәйенсә тороп, композицияны эшләп булмай. Минең эшем тулыһынса эпос персонажына таянған. Бында уның һәр атрибуты, детале мөһим,- тигән телевидениеға әңгәмәһендә Өлфәт Ҡобағошов.
Аҡбуҙат һәйкәленең бейеклеге 5 метр, ул Кәҫле суйын заводында ҡойолған.
Билдәле булыуынса, “Урал батыр” эпосы Баймаҡ районында, ә Аҡбуҙат скульпторҙың тыуған яғы Көйөргәҙе районында яҙып алынған.