Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июль 2021, 15:41

Яңы һөнәргә өйрәнеү – түләүһеҙ

50 йәштән өлкән кешеләр, бәпес ҡарау буйынса отпускыла ултырған йәш әсәйҙәр, мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған эшләмәгән гүзәл заттар, эш эҙләп мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән граждандар дәүләт ярҙамы менән түләүһеҙ һөнәри оҫталығын камиллаштыра, яңы һөнәргә эйә була ала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Яңы һөнәргә өйрәнеү – түләүһеҙ
Яңы һөнәргә өйрәнеү – түләүһеҙ

 

50 йәштән өлкән кешеләр, бәпес ҡарау буйынса отпускыла ултырған йәш әсәйҙәр, мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған эшләмәгән гүзәл заттар, эш эҙләп мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән граждандар дәүләт ярҙамы менән түләүһеҙ һөнәри оҫталығын камиллаштыра, яңы һөнәргә эйә була ала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу программаһы “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда был программа буйынса өс меңдән ашыу кеше белем алған. Әле 400-ҙән ашыу кеше яңы һөнәр өйрәнә, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: