+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июля 2021, 10:11

Йәнә алты ғүмер өҙөлгән

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 193 ауырыуҙа раҫланған, мәкерле инфекциянан алты ғүмер өҙөлгән.

Йәнә алты ғүмер өҙөлгәнЙәнә алты ғүмер өҙөлгән
Йәнә алты ғүмер өҙөлгән

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус 193 ауырыуҙа раҫланған. Республикала 7 июлгә ҡарата ковид йоҡтороусылар йәмғеһе 42 545 иҫәпләнә.

Бөгөнгө көндә стационарҙа 471 сырхау шәфҡәтһеҙ сиргә ҡаршы алыша. 38-е ауыр хәлдә, бишәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Участка табибы тәғәйенләгән дауаларҙы алып, өйҙәрендә дауаланыусылар – 1 758.

Һуңғы 24 сәғәттә коронавирустан һауыҡҡан 234 кеше дауахананан сығарылған. Яһил инфекцияны еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 39 687.

Үткән тәүлектә афәт йәнә алты ғүмерҙе өҙгән. Республикала ковид ҡорбандары 629-ға етте.

Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония диагнозы 130 ауырыуға ҡуйылған, үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеп, стационарҙан ҡайтыусылар – 115.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас