-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июль 2021, 08:55

Рәсәй блогерҙары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

“Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ” проектында ҡатнашыусы Рәсәй блогерҙары Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов генерал һәйкәлендә булды. Улар менән Шайморатов вариҫтары, тарихсылар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре осрашты.  

Рәсәй блогерҙары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
Рәсәй блогерҙары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

“Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ” проектында ҡатнашыусы Рәсәй блогерҙары Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов генерал һәйкәлендә булды. Улар менән Шайморатов вариҫтары, тарихсылар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре осрашты.  

"Беҙ Геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ, генерал Шайморатов Башҡортостан халҡы күңелендә айырым урын биләп тора. Республика йәмәғәтселеге тиҫтә йылдар буйы уға Герой исеме биреүҙе юлланы. Ниһайәт, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ғәҙеллек өҫкө сыҡты – Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Миңлеғәле Шайморатов - Башҡортостандың ғына түгел, ә бөтә ил бренды. Башҡорт кавалерия дивизияһын Рәсәйҙә беләләр һәм хөрмәт менән иҫкә алалар. Бөгөн Липецк өлкәһенән, “Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” фестиваленән беҙҙең делегация әйләнеп ҡайтты. Башҡортостан тарихсылары дивизияның 190 яугире ерләнгән урынды тапҡан эҙәрмәндәр менән осрашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Шайморатовсылар” халыҡ акцияһы сиктәрендә сығарылған дивизия яугирҙәре тураһындағы яңыртылған белешмәгә уларҙың исемдәрен индерәсәк”, - тине  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, батыр тураһында блогерҙар алдында сығыш яһап.

“Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ" проекты блогерлыҡ берләшмәләре аша эске туризмды үҫтереүгә, Рәсәй төбәктәренең тәбиғәтен, тарихи һәм мәҙәни объекттарын, иҫтәлекле урындарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанға блогерҙар Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Стәрлетамаҡ шихандарына, Белорет, Салауат райондарына, умарталыҡтарға, музейҙарға һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барыу ниәте менән килгән. Әлеге блог-тур Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан БР Туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторолған. 

 

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: