Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған брифингта ни өсөн республикаға “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” вакциналарының сикләнгән күләмдә килеүен аңлатып үтте.
“Әлеге мәлдә был етештереү ҡеүәттәренә бәйле. “Ковивак” вакцинаһы республикаға килтерелеп тора. Яҡынса өс мең дананан торған һуңғы партияһы үткән йомала булды. Тағы ла 30 мең дана ошо аҙна аҙағында көтөлә”, – тине ул.
Максим Забелин әлегә был вакциналарҙың сикләнгән күләмдә сығарылыуын, етештереү яйлап арта барыуын билдәләне.
“Вакцинаны яһатыу өсөн ҡаршылыҡтар булыу-булмауын асыҡлап, уның ниндәй төрөн эшләтергә кәрәклеген дауалаусы табип кәңәш итә”, – тип өҫтәне министр.