Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июль 2021, 09:29

Кузбасс күмеренә – 300 йыл

Таш күмерҙең “йәше”, әлбиттә, миллиард йыллап булыр.

Кузбасс күмеренә – 300 йыл
Кузбасс күмеренә – 300 йыл

Таш күмерҙең “йәше”, әлбиттә, миллиард йыллап булыр.

Ә бына Кемерово өлкәһендәге Кузбасс таш күмер ятҡылығын асыуға һәм уны файҙалана башлауға быйыл 300 йыл тула.

Президент Владимир Путин кисә Кемерово өлкәһендә эш сәфәре менән булды һәм шахтерҙар төбәге халҡын ошо юбилей датаһы менән тәбрикләне, тип белдерә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Хәбәр ителеүенсә, ил етәксеһе губернатор Сергей Цивилев менән осрашҡан, “Кузбасс шахтерҙары хәтере” монументына сәскәләр һалған, Кемероволағы президент кадет училищеһында һәм төҙөлөп ятҡан Себер сәнғәт кластерының мәҙәни-мәғариф комплексында булған һәм тантаналы байрам сараларында ҡатнашҡан.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: