Нефтекама ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапхана системаһында библиоирекмәндәр эшләй. Йәштәр китапханаға ижади һәм социомәҙәни башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, төрлө проекттарҙа ҡатнаша.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Волонтерҙар “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә эшләй.
Июлдә мәҙәниәт ирекмәндәре Сәләмәтлек һуҡмағында “Китап төҫөндәге йәй” библиомайҙаны үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты. Улар китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Китаптар төрлөлөгө” күргәҙмәһе һәм “Журналдар аҡланы” ойошторҙо. “Йәйебеҙ китап менән йылытылыуын теләйбеҙ” тигән девиз аҫтында эшләне улар, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Яратҡан китаптар биттәре буйлап” викторинаһында ла олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыҡһынып ҡатнашты. Бәләкәстәр өсөн өҫтәл уйындары ойошторолдо, геройҙар төшөрөлгән мауыҡтырғыс буямдар тәҡдим ителде.
“Библиомайҙан йәй буйы дауам итә. Ваҡытығыҙҙы беҙҙең менән күңелле һәм файҙалы үткәрергә саҡырабыҙ”, – ти ирекмәндәр берләшмәһе етәксеһе Лилиә Вафиева.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.