+4 °С
Болотло
23 июлдә Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары асыла.
Рәсәйҙән унда барлығы 335 спортсы ҡатнаша – 150 ир-егет һәм 185 ҡатын-ҡыҙ. Улар араһында Башҡортостандан ике кеше бар – фехтование оҫталары Әҙелинә Зәһиҙуллина һәм Тимур Сафин.
Йәйге Олимпия уйындары 2020 йылдың 24 июленән 9 августҡа тиклем үтергә тейеш ине. Пандемияға бәйле ул бер йылға күсерелде. Бөтә донъя спорт уйындарын ябыу тантанаһы 8 августа үтә.