+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
7 Июля 2021, 10:12

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” профилактик акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 35 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һаулыҡ – ҙур байлыҡҺаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” профилактик акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 35 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Акция быйыл өсөнсөгә уҙа. Ул 19 апрелдә башланып, 8 октябргә тиклем дауам итә. Маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һәм диагностика үткәреүҙе арттырыу. Акцияла 25 машина, 158 медицина хеҙмәткәре эшләй.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас