Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Июль 2021, 12:57

Венгрҙар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы башҡарҙы

Венгерҙарҙың сығышында башҡорттар менән уртаҡлығы булыуын ғалимдар күптән тикшереп  иҫбатлаған. Бәлки шуғалыр фольклориадаға килгән коллективтар араһында  тап Венгрия делегацияһы башҡорт халыҡ йырын тиҙ генә отоп алған. Улар тамашасылар иғтибарына “Ҡарабай” йырын башҡарҙы.

Венгрҙар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы башҡарҙы
Венгрҙар башҡорт халыҡ йыры “Ҡарабай”ҙы башҡарҙы

Венгерҙарҙың сығышында башҡорттар менән уртаҡлығы булыуын ғалимдар күптән тикшерә, етди генә дәлилдәр килтерә. Бәлки шуғалыр фольклориадаға килгән коллективтар араһында  тап Венгрия делегацияһы башҡорт халыҡ йырын тиҙ генә отоп алған. Улар тамашасылар иғтибарына “Ҡарабай” йырын башҡарҙы.

Был йырҙы башҡарыу өсөн венгрҙарҙаға башҡорт телен дә өйрәнергә тура килгән.

Шулай уҡ Венгрияның Кечкемет бейеү коллекктивы  республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға дуҫлыҡ байрамғы формаһында ғәҙәти булмаған бүләк эшләне. Унда ҡатнашыусыларҙың фотолары һәм автографтары бар.

- Венгрия ансамбле миңә ғәҙәти булмаған бүләк бирҙе. Йәғни хәҙер беҙҙә Башҡортостан һәм Венгрия гербтары менән дуҫлыҡ байрағы бар,- тигән ведомство етәксеһе Әминә Шафиҡова.

“Ҡарабай” таҡмаҡ формаһында йырланған күңелле көй. Тәүге тапҡыр ул 1934 йылда яҙып алынған, һуңынан күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов йырҙы “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығына индерә.

фото "Республика Башҡортостан" гәзитенән алынды.

Читайте нас: