+2 °С
Ҡар
Был – ҡот осмалы статистика.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән йомала һәм ике ял көнөндә һыу буйҙарында 16 үлемесле осраҡ теркәлгән.
Йома көнө алты ир батҡан, тағы бер кешенең кәүҙәһе табылмаған. Шәмбе менән йәкшәмбелә һыу тағы туғыҙ ҡорбанын алған.
Фажиғәле был хәлдәр Өфө, Краснокама, Бөрө, Ҡараиҙел, Шаран, Учалы райондарында булған. Шаран районы Иҫке Кескенәш ауылы эргәһендәге быуала ике 13 йәшлек ҡыҙ баланың батып үлеүе бигерәк тә аяныслы.